14 июлдә кис Башҡортостандың Әлшәй районының Иҫке Аҡҡулай ауылында көслө дауыл ябырылды. Тәбиғәт Механизаторҙар урамында күп бәләләр тыуҙырҙҙ. Унда ел йорттарҙың һәм хужалыҡ ҡаралтыларының ҡыйыҡтарын йолҡоп ала. Ғәрәсәттән электр тапшырыу линиялары зыян күрә, ағастар ҡолай, автомобиль түңкәрелә. Ауыл халҡы емереклектәрҙең эҙемтәләрен бөтөрә башлаған да инде. Зыян күреүселәр тураһында әлегә хәбәр ителмәй. Әлшәй районы башлығы Наил Әбелғужин социаль селтәрҙә әле тергеҙеү эштәре алып барыла тип яҙҙы.
Был Башҡортостанда һуңғы аҙнала икенсе дауыл. 9 июлдә Учалы районында ла ошондай уҡ ғәрәсәт күҙәтелде. Унда дауыл Үрген ауылындағы йорттарҙың ҡыйығын зарарлай һәм кешеләрҙе яҡтылыҡһыҙ һәм газһыҙ ҡалдыра. Синоптиктар әйтеүенсә, республикала бындай күренештәр бик һирәк.