Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән төп хәбәрҙәр
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә төбәктәге автомобиль яғыулығы менән бәйле хәлде тәүлек әйләнәһенә контролдә тоторға ҡушты. Бензин заправкаларын тәьмин итеү өсөн тейешле саралар күрҙек, әммә ҡайһы бер райондарҙа яғыулыҡ етмәүе мине ныҡ борсой, тине төбәк етәксеһе
Башҡортостан Башлығы республика табиптарының тупаҫлығына ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры сығышынан һуң Радий Хәбиров табиптарҙың эшен тәнҡитләне һәм, бындай осраҡтар өсөн ведомство етәксеһе яуап бирәсәк, тип белдерҙе
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы яугир ғаиләләренән 19 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. 2025-2026 йылдарҙа 5728 ғаиләгә ярҙам күрһәтелгән. Штабтар 2022 йылда республика етәксеһе ҡушыуы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе базаһында булдырылғайны
2025 йыл йомғаҡтары буйынса республикаға туристар ағымы 9 процентҡа артҡан. Уҙған йылда Башҡортостанда 2,5 миллионға яҡын турист булған. Был республика иҡтисадының һәм үҫешенең ҙур өлөшө, әммә республиканың потенциалы күпкә ҙурыраҡ, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан Фәндәр академияһы 2021-2025 йылдарҙа төрлө йүнәлештәр буйынса 70-тән ашыу проект һәм аналитик отчет өҫтөндә эш алып барған. Радий Хәбиров коллективҡа һөҙөмтәле тикшеренеү эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт әйтте һәм уның эшен Өфөләге вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында ойошторорға тәҡдим итте
Башҡортостан Башлығы Р-240 трассаһын яҡтыртыуға бәйле хәлде тәнҡитләне һәм, әгәр проблема хәл ителмәй икән, Тәфтиш комитетына һәм прокуратураға мөрәжәғәттәр әҙерләргә ҡушты. 5 октябрҙә кәңәшмәлә эштәрҙе тамамлау тураһында һуңғы доклад тыңланырға тейеш
Башҡортостанда халыҡты социаль хеҙмәтләндереү йүнәлеше буйынса 176 дәүләткә ҡарамаған ойошма эшләй. Улар инвалидтарға, оло йәштәгеләргә һәм инвалид балалары булған ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтә. Республика Башлығы стационар социаль ярҙам күрһәтеү сифатын контролләүҙе көсәйтергә ҡушты
Радий Хәбиров Күмертауҙан ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры Анна Красуцкаяға Башҡортостандың почет грамотаһын тапшырҙы. Фельдшер июль башында Мәләүез районы биләмәһендә бәләгә тарыған иргә ярҙам күрһәткән. Шулай уҡ Яңауыл районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимов «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде