Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Июль , 05:55

Баймаҡ районында ҡурҡыныс авария

Ике машинаның да водителе, бер пассажир, бер бала һәләк булған. Тағы бер бала ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған

Баймаҡ районында аварияла өс өлкән кеше һәм бала ҺӘЛӘК булған. Фажиғә Магнитогорск-Ира юлының 126 — сы километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 13 июлдә 23.00 сәғәт тирәһендә 25 йәшлек «Лада Веста» водителе Сибай яғына барғанда ҡаршы килгән «Лада Ларгус»менән бәрелешә. Ике водитель, 34 йәшлек «Ларгус» пассажиры һәм бер бала һәләк була. Биш йәшлек ҡыҙ ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Авария сәбәбе асыҡлана. UPD: Авария урынына Баймаҡ районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Андрей Гришаев юлланған. "Прокуратура ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауҙы контролдә тота", - тип белдерҙеләр күҙәтеү ведомствоһында.

Баймаҡ районында ҡурҡыныс авария
Баймаҡ районында ҡурҡыныс авария
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас