

Июлдең һәр икенсе йәкшәмбеһендә почта хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй.
Почта - беҙҙең йәмғиәттә айрылғыһыҙ өлөш. Был элемтә һәр кемгә уңайлы булыу сәбәпле кешеләрҙең иң киң ҡулланған аралашыу сараһына әүрелгән. Беҙҙең Башҡортостанда ғына почта хеҙмәткәрҙәре көн һайын уртаса 250 мең әйберҙе ҡабул итә, эшкәртә һәм илтеп бирә, 56 меңдән ашыу түләүҙе тормошҡа ашыра.
Почта бүлексәһенең хеҙмәтләндереү төрҙәре хәҙерге көндә бихисап. Уларҙың сифаты әлбиттә почтальондың тырышлығына бәйле. Беҙҙең Ишмырҙа ауылында ла бик уңған, тырыш, үҙ эшен белгән ҡатын - ҡыҙҙар эшләй. Казбекова Рәйсә Иҙрис Ҡыҙы Ишмырҙа ауылының почта булеге мөдире булып 20 йыл инде үҙ вазифаһын теүәл башҡара. Ун йылдан ашыу халыҡҡа гәзит - журналдар , хат ташыусы Мурзагулова Рәмзилә Шәфҡәт ҡыҙы һәр бер өйҙә көтөп алалар. Ул Ишмырҙа һәм Мәмбәт ауылындағы халыҡты матбуғат менан тәьмин итә. Шулай уҡ Ишмырҙа - Богачевка ауылдарына хат ташыусы булып Сапарова Зөләйха Хәсән ҡыҙы 2018 йылдан алып тырышып эшләй. Почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре берҙәм һәм татыу коллектив булып торалар. Артабан да шулай ауыл халҡын почта элемтәһе менән намыҫлы башҡарыр тип ышанабыҙ. Уларға эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете теләйем.
Ләлә Тәлғәт ҡыҙы, ауыл китапханасыһы.