+24 °С
Облачно


Учалы районында "Ай, Уралым, Уралым" фестивале сиктəрендə "Баҡшай мəргəне" турниры үтте. Ярышта Əбйəлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы, Өфө, Күмертау, шулай уҡ күрше Силəбе өлкəһенəн Златоуст, Миəс, Магнитогорск, Силəбе ҡалаларынан уҡсылар ҡатнашты. Ҡағиҙə буйынса 18 метрҙан алып 140 метрға тиклем бөтəһе 10 этап булды. Баймаҡ районынан бөтəһе 4 уҡсы ҡатнашты.
Көсөргəнешле ярышта 55 йəшкə тиклемге ир-егеттəр араһында: беренсе урынды Рахманғолов Ғəфүр, икенсе урынды Мырҙағəлин Илфат алыуға өлгəште. Ғатауллин Илшат та ярайһы ғына һөҙөмтə күрһəтеп 4-се урынды билəне, шулай уҡ махсус бүлəктəргə атышып бик шəп бүлəк отоп алыуға иреште. Ярышты ойоштороусыларға, ашнаҡсыларға ҙур рəхмəт.