

Түбәнге Иҙрис ауылы ҡыҙы Фахретдинова Альбина Рагфат ҡыҙын һәм Буранбай ауылы егете Байрамгулов Айтуған Рәис улын туй тантаналары менән ҡотлайбыҙ .Алдағы тормошоғоҙҙа бер-берегеҙҙе аңлап, тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, бәхетле йәшәүҙәрегеҙҙе, ныҡлы һаулыҡ, именлек, мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ. Бергә үтер юлығыҙ яңы яуған ҡарҙай, муйыл сәскәһеләй аҡ, ынйылай саф, хыялдарығыҙ ҡанатлы ҡош булһын. Күңелегеҙҙе һәр саҡ һөйөү уты йылытһын, йөҙөгөҙ бәхет нурынан балҡыһын. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, татыу булһын. Туйҙа яуған теләктәрҙе аҡлап, мул, бәхетле тормошта ғүмер итегеҙ.
Йәшәгеҙ һеҙ пар булып,
Икегеҙ бер йән булып.
Күршеләргә – үрнәк ғаилә,
Дуҫтар өсөн дан булып.
Ҡауыштығыҙ йәшлек иртәһендә
Иңде-иңгә ҡуйып, аңлашып.
Алыҫтағы ҡартлыҡ көнөгөҙгә
Барып етегеҙ һеҙ парлашып.