Новости
11 Июль , 03:10

Йәштәр бәхетле булһын

Ниндәй һылыу кәләш, ниндәй шәп кейәү! Ишей ауылы һылыуы Айһылыу менән Түбә  батыры Азаматты законлы никахҡа инеүегеҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Йәштәр бәхетле булһынЙәштәр бәхетле булһын
Йәштәр бәхетле булһын

Ишей ауылы һылыуы Айһылыу менән Түбә  батыры Азаматты законлы никахҡа инеүегеҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа бер-берегеҙҙе аңлап, тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, бәхетле йәшәүегеҙҙе, ныҡлы һаулыҡ, именлек, мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ. Бергә үтер юлығыҙ яңы яуған ҡарҙай, муйыл сәскәһеләй аҡ, ынйылай саф, хыялдарығыҙ ҡанатлы ҡош булһын. Күңелегеҙҙе һәр саҡ һөйөү уты йылытһын, йөҙөгөҙ бәхет нурынан балҡыһын. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, татыу булһын. Туйҙа яуған теләктәрҙе аҡлап, мул, бәхетле тормошта ғүмер итегеҙ.

Бер-берегеҙҙе табып ҡауышҡанһығыҙ ,

Икегеҙ ҙә ниндәй һөйкөмлө !

Күҙгә-күҙ ҡарашып йылмаяһығыҙ ,

Бер гөл сәскәләре шикелле !

Бер-берегеҙгә ныҡлы терәк ,

Иптәш, серҙәш булығыҙ .

Дауыл-ямғырҙарға бирешмәй

Гел йәнәшә тороғоҙ !

Ҡотло булһын туйығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас