

Юл мәсьәләһе – һәр төбәктә иң йыш күтәрелгән проблема. Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов был йүнәлештә эштәр нисек барыуын тикшереү өсөн ҡала урамдарын ҡарап сыҡты.
“Иң тәүҙә Сейәле урамында юл эштәре нисек барыуын белергә булдым. Бында ошо мәсьәлә оҙаҡ ваҡыт киҫкен булып ҡалды. Халыҡтан күп ғәҙел ризаһыҙлыҡтар килә. Һис шикһеҙ, беҙҙең районда юл хәле бөгөн иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Проблемалар күп йыйылған. Уларҙы бер көндә генә хәл итеп булмай. Әммә мәсьәләне яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн системалы һәм эҙмә-эҙлекле эшләйбеҙ”, - тине Азамат Сәфәрғәле улы.
Эйе, был йүнәлештә эштәр туҡтағаны юҡ. Быйыл Ирәндек, Яр буйы, Баҡса, Карл Маркс, Революция, Таналыҡ, Сиҙәм урамдарында, шулай уҡ Халтурин һәм Крәҫтиән урамдарының айырым участкаларында ремонт эштәре тамамланған. Был йәй тағы ла 8 ҡала урамын ремонтлау планлаштырыла. Бынан тыш, Ленин урамындағы проблемалы участкаға асфальт түшәү, Стаханов урамындағы тротуарҙы төҙөкләндереү һәм Хоҙайбирҙин урамындағы участканы тәртипкә килтереү маҡсатҡа алынған. Әле әҙерлек эштәре бара. Эш сифатын һәм тиҙлеген арттырыу өсөн матди-техник база яңыртыла, яңы ике “КамАЗ” машинаһы һатып алынған, был эштәрҙең алға барышына булышлыҡ итә.
“Юл проблемаларын хәл итергә бурыслыбыҙ һәм беҙ быны эшләйбеҙ ҙә. Районыбыҙ юлдары буйлап хәрәкәт итеүҙе һәр кем өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ итербеҙ, тип ышанам”,-тине район етәксеһе.
Эйе, юл сифаты – мөһим мәсьәлә. Заман ҡытыршылыҡтарына ҡарамаҫтан, был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн эштәр дауам итә икән, был иртәнге көнгә өмөт-ышаныс уята.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.