Новости
10 Июль , 09:55

Исхаковтар шәжәрәһен барланы

Төркмән ауылында ғаилә ҡороп ғүмер юлдарын үткәргән Бибиниса һәм Рәхимйән Исхаковтарҙың нәҫеле,хозур тәбиғәтле Талҡаҫ күле буйында, ғаилә йыйынын ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәрҙе. Ете балаһынан таралған бер туғандарҙың балалары, бүләләре дәррәү килеп күтәренке кәйефтә оло табын артында осрашты

Төркмән ауылында ғаилә ҡороп ғүмер юлдарын үткәргән Бибиниса һәм Рәхимйән Исхаковтарҙың нәҫеле,хозур тәбиғәтле Талҡаҫ күле буйында, ғаилә йыйынын ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәрҙе.

- Ете балаһынан таралған бер туғандарҙың балалары, бүләләре дәррәү килеп күтәренке кәйефтә оло табын артында осрашты. Йыйнды еренә еткереп ойошторған Рамил ҡустым менән Рәмилә килен, Гөлназ һеңлем менән Руслан ҡустым афарин дар.Әҙерләнгән ризыҡтарҙан өҫтәлдең һығылып тороуы ла ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың егәрлелеген иҫбатланы.Ә бишбармаҡ, былау, шашлыҡ бешереү, туҡтауһыҙ ҡайнаған самауырҙар егеттәрҙең дә уңғанлығын күрһәтте.Ҡаҙанда һәм күлдә һыу төшөүҙәргә, концерт һәм уйындарға иң ҡыуанғандары балалар булды.Туғанлыҡ хистәренә һуғарылған байрам күтәренке кәйефтә, яғымлылыҡта һәм күңел тыныслығында тамамланды. Берҙәм булырға һәм йыйынды ғаилә традицияһына әүерелдерергә килешеп таралыштыҡ, -тине сарала ҡатнашыусылар.

Афарин, Исхаҡовтарға!

Исхаковтар шәжәрәһен барланы
Исхаковтар шәжәрәһен барланы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас