

Районыбыҙҙа “Урал биҙәктәре Урал ауылы халҡы күҙлегенән” этномәҙәни проекты дауам итә. Проект Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында “Хыял” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырыла.
Уның икенсе этабы БР милли музейының алдынғы этнографы Лилиә Барлыбаеваның семинар үткәреүе менән асыла. Эксперт ауыл халҡы өсөн Урал аръяғы биҙәктәре тураһында лекция һәм практик оҫталыҡ дәресе ойошторасаҡ.
Урал ауылы халҡы башҡорт орнаменттары тарихы менән танышты, традицион биҙәктәрҙе өйрәнде, шулай уҡ биҙәктәрҙе үҙҙәре һала башланы. Буласаҡ эштең эскизы ла тикшерелде. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ул берҙәм художестволы әҫәрҙең бер өлөшө буласаҡ. Тамамланғандан һуң келәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейы фондына даими һаҡлауға тапшырыласаҡ.
Алда - август уртаһына планлаштырылған “Урал өлгөләре” проектының келәмдәр күргәҙмәһе. Уға ла Урал халҡы ныҡап әҙерләнә. Ҡул эшенең оҫталары булған ауыл халҡына уңыштар теләп, “афарин” тиергә генә ҡала.
Г. Салауатова.