+23 °С
Дождь


Ҡолсора ауылы ҡыҙы Мостафина Гөлиә Гәрәй ҡыҙы һәм Өфө егете Ғәлин Тимур Афзал улын туйҙары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ !Артабанғы тормош юлығыҙ ҡыуаныс - шатлыҡтарға, оло бәхет һәм саф мөхәббәткә сорналһын.
Күңелдәрегеҙҙең илаһи һөйөү хисенең ҡәҙерен белеп, тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып үтегеҙ. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, ныҡлы булһын!
Бер - берегеҙгә булған хөрмәт, һөйөүҙе юғалтмай, ике яҡ туғандарын да берҙәй хөрмәт итеп, үҙегеҙ ҙә хөрмәтле булып оҙон - оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһы!
Бер-берегеҙгә ныҡлы терәк,
Иптәш, серҙәш булығыҙ,
Дауыл-ямғырҙарға бирешмәй,
Гел йәнәшә тороғоҙ!
ҠОТЛО БУЛҺЫН ТУЙЫҒЫҘ!!!