Новости
6 Июля , 12:45

Тағы ла бензин тураһында

Республикала яғыулыҡ менән хәл тотороҡлана. Өс ҙур махсуслаштырылған нефть базаһы ауыл хужалығы етештереүселәрен тәьмин итә. Яғыулыҡты күләменә ҡарап сикләүҙәренә һәм канистрҙарға ҡойоп алыу тыйылыуға ҡарамаҫтан, был яғыулыҡ ҡойоу мәсьәләләрен хәл итергә ярҙамлаша.

Тағы ла бензин тураһындаТағы ла бензин тураһында
Тағы ла бензин тураһында

Һорау – яуап

Тағы ла бензин тураһында

- Фермер булараҡ мине яғыулыҡ менән килеп тыуған проблема борсой. Был йәһәттән хәл нисек тора? Булһа – “ҡыҙыу линия” һандарын яҙһағыҙ ине.

- Эйе, республикала яғыулыҡ менән хәл тотороҡлана. Өс ҙур махсуслаштырылған нефть базаһы ауыл хужалығы етештереүселәрен тәьмин итә. Яғыулыҡты күләменә ҡарап сикләүҙәренә һәм канистрҙарға ҡойоп алыу тыйылыуға ҡарамаҫтан, был яғыулыҡ ҡойоу мәсьәләләрен хәл итергә ярҙамлаша.

Яғыулыҡ буйынса мәсьәләләрҙе аныҡлау өсөн көнүҙәк бәйләнештәр Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге биттәрендә баҫылған:

Шәхси ярҙамсы хужалыҡ хужалары өсөн. Әгәр яғыулыҡ ҡойоу талап ителһә, тәү сиратта үҙегеҙҙең район хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ, унда ғариза яҙалар һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығына ебәрәләр.

Ауыл хужалығы министрлығының эшсе төркөмөнөң ҡыҙыу линияһы: 8 (347) 218-05-35. Эш көндәрендә 9:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем эшләй. Яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләрен аныҡларға мөмкин.

Идара итеүсе компаниялар өсөн. Эш тәртибе: идара итеүсе компания аша – район хакимиәтенә, артабан Башҡортостандың Торлаҡ- коммуналь министрлығына һәм республика штабына.

Республиканың ситуацион үҙәге: 8 (347) 218-19-19. Көн һайын (ял көндәрһеҙ) 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләй. Был һандар буйынса яғыулыҡ мәсьәләләре буйынса мәғлүмәтте аныҡларға мөмкин.

Әйткәндәй, бензинды өйҙә һаҡлау ҡәтғи тыйыла – был ғүмер өсөн етди хәүеф тыуҙыра. Янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә ярашлы, бензинды торлаҡ биналарҙа, балкондарҙа, подвалдарҙа һәм парковка урындарында тоторға ярамай. Бензин пары һауанан ауырыраҡ, ул аҫта йыйыла һәм шартлау хәүефе янаған ҡатнашма барлыҡҡа килтерә. Янғын сығыуға йәки шартлауға бер осҡон да етә.

Ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн 5-15 мең һум штраф янай (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 20.4-се статьяһы), янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында штраф күләме юғарыраҡ булыуы ихтимал. Әгәр ҡағиҙә боҙоу ауыр эҙемтәле янғынға килтерһә, енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары бар – 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү (РФ Енәйәт Кодексының 219-сы статьяһы). Хатта буш бензин канистрын һаҡлау ҙа хәүефле – һауытта шартлау хәүефе тыуҙырыусы пар ҡалыуы ихтимал.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас