Новости
6 Июля , 03:05

Тағы бер бәхетле пар

Үрге Иҙрис ҡыҙы Әхмәтова Зөһрә Йәноҙаҡ ҡыҙы һәм Баймаҡ ҡалаһы егете Ирғәлин Урал Рәжәп улын никах туйҙары менән ҡотлайбыҙ!

Тағы бер бәхетле парТағы бер бәхетле пар
Тағы бер бәхетле пар

Үрге Иҙрис ҡыҙы Әхмәтова Зөһрә Йәноҙаҡ ҡыҙы һәм Баймаҡ ҡалаһы егете Ирғәлин Урал Рәжәп улын никах туйҙары менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә алдағы көнөгөҙҙә аҡ бәхет, ныҡлы сәләмәтлек, тигеҙ, тыныс тормош, саф мәхәббәт теләйбеҙ.

Оло юлға һеҙ сығаһығыҙ бөгөн,

Бергә ҡушып ике йөрәкте.

Юл алдынан әйтәйек һеҙгә

Ысын күңелдән изге теләкте.

Беҙ теләйбеҙ һеҙгә

Айырылмаһын тормош юлығыҙ.

Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙған саҡта

Аҙашмағыҙ, зирәк булығыҙ!

Осраштырған һеҙҙе яҙмыш,

Ғашиҡ парҙар булғаныһығыҙ.

Сәсте сәскә бәйләшергә

Вәғәҙәләр ҡорғанһығыҙ.

Тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ,

Пар килгәнһегеҙ икегеҙ.

Һөйөшөп кенә йәшәгеҙ,

Тигеҙ ғүмер итегеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас