+30 °С
Облачно
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәре “Колибри” позывнойлы яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты.
Ул ҡаты һайлап алыуҙы үтеп, медицина ярҙамы күрһәтеү курсын уңышлы тамамлай һәм үҙ теләге менән фронтҡа юллана.
Ҡуянтау ауылының “Шишмә” ансамбле яҡташ-яугиренә матур осрашыу уҙғарҙы. Ул ауылдаштары менән йылы һөйләшеүҙәр алып барҙы. Һуңынан “Марат” шишмәһен төҙөкләндереүҙә ҡатнашты. Ҡуянтауҙар “Колибри” аша яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙатасаҡ.