Баймаҡ район суды ике кешегә төркөм менән ҙур күләмдәге наркотиктарҙы һатыуҙы ойоштороу, енәйәт ҡылыуҙан килгән аҡсаны тотоноу өсөн хөкөм ҡарары сығарҙы.
Суд шуны асыҡланы: 2023 йылдың апрелендә ғәйепләнеүселәр (ул саҡта уларҙың икеһенә лә 17 йәш була) контактһыҙ наркотиктар таратыу менән шөғөлләнгән ейәнәт төркөмөнә инә. Уларҙың енәйәти эшмәкәрлеге Баймаҡ районында, Сибай һәм Магнитогорск ҡалаларында таралған була.
2025 йылдың ғинуарынан мартҡа тиклем был икәү билдәле булмаған кешенән ҙур партия наркотик ятҡан урын тураһында мәғлүмәт алып, уны Магнитогорск ҡалаһынан барып ала. Улар “курьер-закладчик” булып, наркотиктарҙы таратыуға ризалаша.
Артабан улар тыйылған матдәләрҙе йәшерен урынға һалып сыға һәм был хаҡта “Интернет-магазин” кураторына еткерә. Ул кешегә ҡарата енәйәт эше айырым эш булып ҡуҙғатылған.
Былтыр мартта ғына ғәйепләнеүселәр Баймаҡ ҡалаһында 15 шундай “закладка” яһай. Уларҙан килгән криптовалюта формаһындағы законһыҙ килем Рәсәй һумдарына әйләндерелә һәм был икәүҙең иҫәптәренә күсерелә. Уларҙың енәйәте оператив-розыск операцияһы мәлендә асыҡлана. Был икәү полиция тарафынан тотола һәм ҡулға алына.
Егеттәр ғәйебен өлөшләтә таныны. Хөкөм ҡарары сығарыу мәленә уларға 18 йәш тулды. Уларҙың берәүһе 5 йыл да 8 айға иркенән мәхрүм ителде һәм 50 мең һум штраф һалынды. Бынан тыш енәйәт юлы менән табылған 397399 һум аҡсаһы конфискацияланды. Икенсе ғәйепләнеүсе 5 йыл да 3 айға иркенән мәхрүм ителде. Егеттәр дөйөм режимлы колонияға ебәрелде.
Бынан тыш ғәйепләнеүселәр наркотиктар ташыған ВАЗ 2113 маркалы автомобиль дәүләт иҫәбенә тартып алынды.
Р. ӘМИНЕВ, район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.