

"Йырлы-моңло берҙәм халҡым" исеме аҫтында Ҡолсора ауыл биләмәһе үҙешмәкәр коллективтары тарафынан бай йөкмәткеле концерт уҙҙы. ППМИ-ла Түбәнге Иҙрис клубының ҡыйығын алмаштырыу проекты еңеүсе итеп танылғас, ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индереү маҡсатынан ауыл халҡы дәррәү ҡушыла. Район буйынса гастролдәргә сығып, тейешле сумманы йыя улар. Халикова Рәсимә Әнүәр ҡыҙы етәкләгән "Зарифа", "Йәншишмә" фольклор, "Йәшлек" бейеү, "Еҙ төймә" гармунсылар ансамблдәрендә шөғөлләнеүселәр тамашасыларға онотолмаҫ ял минуттары бүләк итте. Дәртле бейеүҙәр, йыр-моң, нәфис һүҙ оҫталары үҙ тамашасыһын тапты.Республикала ғына түгел, күрше өлкәләрҙең ҙур сәхнәләрендә танылыу яулап өлгөргән коллективтар лайыҡлы сығыш яһап, халыҡтың күңелен күрҙе. Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы - Ҡолсора ауыл биләмәһе халҡына киләсәктә лә ижади уңыштар, ғаилә именлеге, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!