Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, ғалим, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри мәғарифы Почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Мирас Иҙелбаевтың “БАР ҒҮМЕРЕН САЛАУАТҠА БАҒЫШЛАҒАН ШӘХЕС” исемле ижад кисәһе үтте. Мәғлүм булыуынса, 2025 йылдың 9 декабрендә хөрмәтле яҡташыбыҙ Мирас Хәмзә улына 80 йәш тулды. Һыуыҡ айҙарҙа осрашыу килеп сыҡмаһа ла, күңелдәрҙе Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы «Бәйләнештә» селтәрендә ойошторған “Декабрь йондоҙҙары” исемле онлайн флешбук йылытты. Унда яҙыусының әҫәрҙәре, тормошо һәм ижады хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр урын алды, төркөмдөң яҙылыусылары хөрмәтле яҡташыбыҙ тураһындағы яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште, ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр һәм видеояҙмалар ҡуйҙы, китапханасылар үткәрелгән саралар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ошо төркөмгә һалды. Бына йәй айҙарында, ниһайәт, осрашырға насип булды. Сарала Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Сабирова флешбукта әүҙем ҡатнашҡан китапхана хеҙмәткәрҙәрен билдәләп үтте. Ә флешбуктың мәғлүмәттәренән тупланған иҫтәлекле альбомды Мирас Хәмзә улына бүләк итте. Кисәлә шулай уҡ яҙыусының хәләл ефете – Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, журналист, шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялары лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева, Гөлфиә һәм Мирас Иҙелбаевтарҙың улы - шулай уҡ талантлы композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, 250-нән ашыу спектакль һәм 30-ҙан ашыу фильмдең музыкалары авторы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия дәүләт театрының музыка бүлеге мөдире Урал Иҙелбаев, ҡунаҡтарыбыҙҙың туғандары, яҡындары, ижадына битараф булмаған китап уҡыусылар, китапханасылар, уҡытыусылар ҡатнашты. Сараға Баймаҡ районы буйлап фольклор экспедицияһына килгән Өфө фән һәм технологиялар университетының филология фәндәре кандидаттары, доценттар Фәнилә Салауатова һәм Илшат Янбаев етәкселегендәге башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары ла килеп етте. Уларҙың йырлы-моңло сәләме кисәнең бер биҙәге булды. Юбилярҙы тыуған һәм йәшәп киткән Ишбирҙе, Ишмырҙа ауылдарынан килгән делегация вәкилдәре, БДУ-ла Мирас Хәмзә улы ҡулы аҫтында белем алған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм яҙыусылар исеменән яҡташ яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева сығыш яһаны, күңел түренән сыҡҡан рәхмәттәрен еткерҙе. Оҙаҡ йылдар Баймаҡ китапханалар селтәре директоры вазифаһын уңышлы башҡарған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина яҙыусы Мирас Иҙелбаевтың ижадына ҡарата оло баһаһын белдерҙе, ихлас рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Ижад кисәһендә Мирас Хәмзә улы тыуған яғына бәйле йылы тойғолары менән бүлеште, ғилем һәм әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары хаҡындағы һорауҙарға яуаптар бирҙе, бар ғүмерен Салауатҡа арнаған шәхес булараҡ, легендар батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһында ла тос фекерҙәре менән уртаҡлашты. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы үҙҙәренең ғаиләһенең барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Әйткәндәй, Гөлфиә ханымдың 500-ләп шиғырына йырҙар ижад ителгән. Байтағын улдары Урал яҙған. Урал атаһының тәрбиә алымдары, нисек итеп уның музыкаға ынтылышын үҫтереүҙәре хаҡында бәйән итте. Кисәлә Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә Урал Иҙелбаев яҙған “Изгелек, матурлыҡ, мөхәббәт” һәм башҡа йырҙар яңғыраны.