Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Июль , 06:50

Темәстә студенттар бирнә нимә икәнлеген белде

Темәс ауылында халыҡ фольклоры ынйыларын йыйыу һәм өйрәнеү маҡсатында килгән Өфө фән һәм технология университеты студенттары менән осрашыу үтте

Темәстә студенттар бирнә нимә икәнлеген белдеТемәстә студенттар бирнә нимә икәнлеген белде
Темәстә студенттар бирнә нимә икәнлеген белде

Темәс ауылында халыҡ фольклоры ынйыларын йыйыу һәм өйрәнеү маҡсатында килгән Өфө фән һәм технология университеты студенттары менән осрашыу үтте.Темәс ауылы ағинәйҙәре, "Ғилмияза "фольклор төркөмө , ҡыҙға "Бирнә йыйыу" йолаһын күрһәтеп,һынамыштар,нәсихәттәр,мөнәжәттәр һөйләнеләр. Мәғариф ветераны Гөлнара Кәрим ҡыҙы Ҡотлоғәләмова әсәһенән яҙып алып ҡалған ҡыҫҡа, фәһемле хикәйәләрен уҡып үтте. Тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Марат Юлай улы ӘүәлбаевТемәс ауылының тарихын, шәхестәрен, ер -һыу атамаларын һөйләне.

Темәстә студенттар бирнә нимә икәнлеген белде
Темәстә студенттар бирнә нимә икәнлеген белде
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас