+21 °С
Болотло


Баймаҡ районының Талҡаҫ күлендә ҡотҡарыусылар иҫкәртеү рейды ваҡытында ике кешене фажиғәнән ҡотҡарыусылар. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт Комитеты хеҙмәткәрҙәре күлдә ике ҡыҙҙы күреп ҡала, уларҙы көслө тулҡындар менән ярҙан алыҫҡараҡ алып китә. Ел һәм көслө тулҡындар арҡаһында ял итеүселәр ярға үҙаллы ҡайта алмай. Ҡотҡарыусылар тиҙ арала ҡыҙҙарға кәмә менән килә һәм уларҙы ярға алып сыға. Уларға медицина ярҙамы кәрәкмәй.
Һыуҙа һаҡ булығыҙ!