Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Июль , 06:10

Башҡортостан Башлығы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалды

Абхазияға рәсми сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт бойондороҡһоҙлоғо өсөн 1992-1993 йылдарҙағы һуғыш геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алды. Был хаҡта республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостан Башлығы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалдыБашҡортостан Башлығы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалды
Башҡортостан Башлығы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалды

Радий Хәбиров Абхазия президенты Бадра Гунба һәм Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко менән бергә Тамыш ауылындағы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскәләр һалды.

Мемориаль комплекс Тамыш десант операцияһын башҡарғанда һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә асылған. Тантаналы сара ошо ваҡиғаға 33 йыл тулыуға арналды.

Марат Йоносов | Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас