

Йөрәктәрҙе мәңге ҡалыр осрашыу
Нисәмә йылдар үтһә лә, һабаҡташтарың менән осрашыу иң күңелле ваҡиғаларҙың береһелер. Бындай сарала мәктәп йылдары тураһында әңгәмәләр, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫләү күңелдәрҙе күтәреп ебәрә.
1976 йылда Беренсе Этҡол урта мәктәбен тамамлаусылар ҙа осрашыуға дәррәү йыйылды. Илле йыл элек мәктәпте 98 бала тамамлағайныҡ. Үкенескә ҡаршы, мәрхүм булғандарыбыҙ ҙа бар. Шуға күрә осрашыуға 42 кеше йыйылды.
Беҙгә белем биргән уҡытыусыларға бик рәхмәтлебеҙ. Әлеге ваҡытта имен-һау булып беҙҙе һөйөндөргән Мирза Шәкирйән улы Абҙаҡов, Әлфиә Бәшәр ҡыҙы Хисмәтуллина, Зөһрә Зиннур ҡыҙы Вәлитова, Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы Байтурина, Фатима Ғәзиз ҡыҙы Асыловаларға иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ.
Сарабыҙ арабыҙҙан киткән уҡытыусылар һәм уҡыусылар иҫтәлегенә аят бағышлау менән башланды. Махсус хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын, улдар, ейәндәр имен-һау ҡайтыуын теләп тә доға уҡылды. 15 мең һумдан ашыу хәйер аҡсаһы йыйылып, уны МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәр иҫәбенә күсерергә хәл ителде.
Һабаҡташтар артабан да шулай белем биргән усағын, бер-береһен онотмаһын, имен-һау булһын. Барыбыҙға ла аяҙ күк йөҙө, тыныс таңдар насип итһен.!
1976 йылда Беренсе Этҡол мәктәбен тамамлаусылар исеменән – Хөрмәт Хәмитов.