Новости
2 Июль , 07:15

Студенттар Билал ауылында

Билал ауылында халыҡ фольклоры ынйыларын йыйыу һәм өйрәнеү маҡсатында килгән Өфө фән һәм технология университеты студенттары менән осрашыу үтте

Студенттар Билал ауылындаСтуденттар Билал ауылында
Студенттар Билал ауылында

Билал ауылында халыҡ фольклоры ынйыларын йыйыу һәм өйрәнеү маҡсатында килгән Өфө фән һәм технология университеты студенттары менән осрашыу үтте. Билал ағинәйҙәре (етәкселәре Миңһылыу Әхмәҙина) "Тәҙрә аша бала һатып алыу", "Эт күлмәге", Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре (етәкселәре Әнүзә Мәжитова) "Ҡаҙ ҡауырыйы һыҙырыу" йолаларын күрһәтте. Мәғариф ветерандары Илдүсә Әминева, Әлифә Әминева, Гөлдәр Юлмөхәмәтова, Гөлдәр Әлибаева онотолоп барған йолалар тураһында һөйләне. Артабан осрашыуҙар ағинәйҙәр бүлмәһендә һәм ауыл китапханаһында дауам итте.

Райхана Булатова

Студенттар Билал ауылында
Студенттар Билал ауылында
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас