Новости
2 Июль , 03:20

Афарин, Баймаҡ уҡсыһына!

Иҫке Сибай ауылында 3-сө һәм 15-се башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә «Төньяҡ амурҙары» турниры уҙғарылды.Тарихи урында, Тəҙрәташ тауы итәгендә үткән мəргəнлек сараһында Әбйәлил, Ауырғазы, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла райондарынан, шулай уҡ Өфө, Сибай, Күмертау 50-нән ашыу уҡсы көс һынашты. Бик көсөргəнешле, ҡыҙыу атыштарҙан һуң Илфат Мырҙағəлин иң мəргəн уҡсы булып сыҡты һəм бүлəккə тай отоп алды.

Афарин, Баймаҡ уҡсыһына!Афарин, Баймаҡ уҡсыһына!
Афарин, Баймаҡ уҡсыһына!

28 июнь Иҫке Сибай ауылында 3-сө һәм 15-се башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә «Төньяҡ амурҙары» турниры уҙғарылды.
Тарихи урында, Тəҙрәташ тауы итәгендә үткән мəргəнлек сараһында Әбйәлил, Ауырғазы, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла райондарынан, шулай уҡ Өфө, Сибай, Күмертау 50-нән ашыу уҡсы көс һынашты.
Уҡсылар йəш айырмаһы буйынса төркөмдəргə бүленде: 55 йəшкə тиклем һəм 55 йəштəн өлкəндəр.
Һəр саҡтағыса Баймаҡ уҡсылары һөҙөмтəле сығыш яһаны.
55 йəшкə тиклемге уҡсылар араһында "Төньяҡ амурҙары" турнирында Рахманғолов Ғəфүр 2-се урынды яулаһа, Мырҙағəлин Илфат менəн Ҡолһарина Гөлгөнə 3-сө урынды алдылар.
Мəргəн кубогының 1-се этабы буйынса 93 метрға ярышта ир-егеттəр араһында Мырҙағəлин Илфат 1-се, ə Рахманғолов Ғəфүр 2-се, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ҡолһарина Гөлгөнə 3-сө баҫҡысҡа менеп баҫтылар.
Абсолют чемпион исемен яулау өсөн бөтəһе 12 уҡсы сығып баҫты. Улар һəр йəш айырмаһында призлы урын алған мəргəндəр ине. Иңдəрҙəн иңде асыҡлар өсөн 3 этап булды:
1) һыбай - 30 метр;
2) тере һыу-25 метр;
3) көмбəҙ - 30 метр.
Бик көсөргəнешле, ҡыҙыу атыштарҙан һуң Илфат Мырҙағəлин иң мəргəн уҡсы булып сыҡты һəм бүлəккə ТАЙ отоп алды.
Афарин.
Артабан да шулай оло үрҙəр яулап торорға насип булһын!
Шулай уҡ махсус бүлəктəр өсөн атышҡанда Рахманғолова Сəлимə һəм Ҡолһарин Морат үҙ оҫталыҡтарын күрһəтеп төрлө бүлəктəр алып һөйөндө.
Шундай елле мəргəнлек байрамын ойоштороусы "Урал" уҡ атыу клубы ағзаларына, Иҫке Сибай ауылы билəмəһе башлығы Айнур Мөхтəр улына, тəмле аштары менəн һыйлаусы апайҙарға, шулай уҡ бағыгмсыларға оло рəхмəттəребеҙҙе еткерəбеҙ

Афарин, Баймаҡ уҡсыһына!
Афарин, Баймаҡ уҡсыһына!
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас