Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Июля , 11:45

"Кәрим" һәм "Бузя" ҡайтты

Баймаҡтар яугирҙәргә 50 кубометр таҡта оҙатты.

Ошо көндәрҙә баймаҡтар фронтҡа 50 кубометр таҡта оҙатты. “Кәрим” һәм “Бузя” позывнойлы яҡташ яугирҙәр махсус рәүештә машиналарҙа ҡайтҡайны.

“Кәрим” – Хәйбулла районынан. Ләкин ул Баймаҡ егеттәре менән бергә хеҙмәт итә. Шуны иҫәпкә алып, үтенесен кире ҡағыу мөмкин түгел ине.

- Баймаҡ егеттәре менән бергә булыуыма шул ҡәҙәр ҡыуанам, - тине “Кәрим”. – Улар ҡурҡыу белмәҫ, сая яугирҙәр. Ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, хәрби тактиканы белеүҙәре, сетерекле мәлдәрҙә дөрөҫ һәм тиҙ ҡарар ҡабул итеүҙәре менән айырылып тора. Төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ килеп тыуғас, баймаҡтар беренсе булып ярҙамға килде. Әлеге ваҡытта бер КамАЗ бурса һәм таҡта тейәнек. Машинаны үҙем махсус хәрби операция башланғанға тиклем эшләп киткән “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы бирҙе. Шундай ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн предприятие етәкселегенә, ун кубометр таҡта менән ярҙам күрһәткән Үрге Яйыҡбайҙан Айҙар Ғәйетҡоловҡа һәм уның командаһына яугирҙәр исеменән рәхмәт белдерәм. Шундай уҡ изге теләктәремде беҙҙең менән тәүге көндәрҙән үк хеҙмәттәшлек итеп, даими рәүештә махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ташыған Баймаҡ егете Дамир Муллагилдинға һәм уның егеттәренә еткергем килә.

Ошондай уҡ рәхмәт һүҙҙәрен яҡташыбыҙ, Темәс ауылы уҙаманы – “Бузя” позывнойлы яугир ҙә белдерҙе. Ул 2023 йылдың декабрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм әлеге көндә 27-се мотоуҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. Уның иңенә ҙур яуаплылыҡ һалынған – сәйәси мәсьәләләр буйынса командир урынбаҫары булып тора.

“Бузя” позывнойлы яугиргә Үрге Яйыҡбайҙан Айҙар Вәлләмов, Бетерәнән Юнир Әүәлбаев, Мөхтәр Бирғәлин, Айбулат Ғүмәров, Темәстән Ишбулды Кәримов, Ишейҙән Ринат  Исҡужин һәм Баймаҡтан Александр Бородин ярҙам ҡулы һуҙып, төҙөлөш материалдары бирҙе. Һөҙөмтәлә дүрт машинаға ҡырҡ кубометр бурса һәм таҡта тейәлде. Быларҙан тыш, яугирҙәргә Баймаҡ ҡалаһының, Әмин, Үрге Яйыҡбай, Ишей, Мерәҫ, Урғаҙа, Түбәнге Иҙрис, Үрге Иҙрис, Аҡморон һәм башҡа ауылдарҙың ирекмәндәре әҙерләгән гуманитар ярҙам оҙатылды: маскировкалау һәм “Рабица” селтәрҙәре, бензобысҡы, шөрөп борғос, сөй, газ баллондары һәм башҡалар тапшырылды.

- Яҡташтарымдың барыһына ла ҙур рәхмәт һүҙҙәремде белдергем килә, - тине “Бузя” хушлашҡанда. – Тыл ныҡлығын һәр ваҡыт тоябыҙ. Даими рәүештә гуманитар ярҙам алабыҙ. Ғөмүмән, Башҡортостан Республикаһынан ылау йыш килә. Был беҙгә күңел күтәренкелеге, рух ныҡлығы бирә. Беҙ яңғыҙ түгел, тыл һәм фронт бергә икәнлеген тоябыҙ. Беҙ - бергә! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Әйтергә кәрәк, яугирҙәргә төҙөлөш таҡталарын "Беҙ бергә" һәм "Һаҡлаусы фәрештә" ирекмәндәре әҙерләгәйне.

"Кәрим" һәм "Бузя" ҡайтты
"Кәрим" һәм "Бузя" ҡайтты
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас