

Бөгөн "Һаҡмар" гәзите коллективы 2026 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһаны.Тантанала район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры Гүзәл Салихова, ауыл биләмәһе башлыҡтары, почта һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Сарала иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәндәргә Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды.
Баймаҡ почтамтының баш белгесе Ирина Головко оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, матбуғатҡа яҙылыу кампанияларын үткәреүгә тос өлөш индергәне өсөн район хакимиәте башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.Награданы район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров тапшырҙы.
"Һаҡмар"ҙы - һәр йортҡа!" район конкурсында еңеүсе ауыл биләмәһе башлыҡтарына Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының дипломдары һәм аҡсалата премиялары тапшырылды.