+21 °С
Болотло


«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә 2026 йыл башынан алып табиптар 97 557 кешене ҡабул иткән һәм 27 073 тикшереү үткәргән. Социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға шик табылған бөтә пациенттарҙы өҫтәмә тикшеренеүгә һәм дауаланыуға йүнәлткәндәр.
«Сәләмәтлек поездары»ның 2026 йылдың 29 июненән 5 июленә тиклем маршруты:
Баймаҡ, Баҡалы, Борай, Йәрмәкәй, Иглин, Ишембай, Мәсетле райондары.
Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Табип консультациялары бушлай, тере сират тәртибендә үткәрелә. Иң мөһиме, паспорт һәм ОМС полисын алырға онотмағыҙ