«Беҙ «Башефть» компанияһы менән бергә террористик һөжүмдәргә ҡаршы торабыҙ. Уҙған аҙнала12 пилотһыҙ осоу аппаратын бәреп төшөрҙөк. Беҙ «БАРС» отрядын ойошторҙоҡ, ҡорал менән тәьмин иттек. «БАРС» беренсе алышты ҡабул итте. Халыҡ та яғыулыҡ менән бәйле хәлдең ауыр хәрби хәл фонында барыуын аңларға тейеш. «БАРС» яугирҙәрен, Оборона министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм предприятиеларҙың именлек хеҙмәттәре вәкилдәрен дәүләт наградаларына тәҡдим итергә кңәшә бирәм. Асылда, улар һуғышта һәм үҙ бурысын үтәй. Был еңел бирелмәй. Берләшергә һәм һәм ошо проблеманы хәл итеү зарур. Уны хәл итеп була», — тине Радий Хәбиров.
Билдәле булыуынса, Башҡортостандың «БАРС» отрядында хәрби тәжрибәгә эйә булған 300 кеше иҫәпләнә. Улар араһында МХО яугирҙәре лә бар.