

Йәштәр көнө уңайынан ауылда Розалина Үлйәбаевның яҡты иҫтәлегенә волейбол ярышы үтте.Сибай ҡалаһынан студенттар, Ишмырҙа ауылы үҫмерҙәре, Розалинаның дуҫтары, Ишмөхәмәт ауылының үҫмерҙәр һәм йәштәр командалары көс һынашты. Йәштәр бер- береһенән ҡалышмай, сәмләнеп уйнанылар.Тәнәфес ваҡытында аралашып, дуҫлашып алдылар. Көйәрмәндәрҙә көс өҫтәп алҡышлап ултырҙылар.Өфө ҡалаһынан килгән, "Башҡортостан" газетаһы хәбәрсеһе Илдар Аҡъюлов ҡатнашты, фекерҙәре менән уртаҡлашты Ярыш булғас еңеүселәр, еңелеүселәрҙә була. 1-се урын Ишмөхәмәт йәштәре 2-се урын Сибай студенттары 3-сө урын ишмырҙалар. Йәштәр иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары менән бүләкләнде.Сараның бағымсылары Сибай ҡала округы депутаты Аида Малкина, Розалинаның ата-әсәһе, ауыл йәштәре булды. Күңелле сәй табыны артында йәнле аралашыу менән тамамланды. Йәштәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ. Афарин!