Новости
28 Июня , 11:30

Баймаҡта - студенттар

Өфө ҡалаһының фән һәм технологиялар университеты студенттары,доцент -Илшат Камил улы Янбаев, башҡорт теле һәм журналистика кафедраһынан Фәнилә Рәжәп ҡыҙы Салауатова, Баймаҡ ҡалаһынан Рәмзиә Сәфәрғәле ҡыҙы Бәхтиева етәкселегендә Ниғәмәт һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдарына ғилми экспедиция менән килде.. Уларҙың маҡсаты:ауыҙ-тел ижады, фольклор һәм тарихи урындар менән танышыу, таҡмаҡ, ҡобайыр, мөнәжәт, бәйет туплау. Экскурсия Түбәнге Яйыҡбай ауылынан башланып китте. 

Баймаҡта - студенттарБаймаҡта - студенттар
Баймаҡта - студенттар

Өфө ҡалаһының фән һәм технологиялар университеты студенттары,доцент -Илшат Камил улы Янбаев, башҡорт теле һәм журналистика кафедраһынан Фәнилә Рәжәп ҡыҙы Салауатова, Баймаҡ ҡалаһынан Рәмзиә Сәфәрғәле ҡыҙы Бәхтиева етәкселегендә Ниғәмәт һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдарына ғилми экспедиция менән килделәр. Уларҙың маҡсаты:ауыҙ-тел ижады, фольклор һәм тарихи урындар менән танышыу, таҡмаҡ, ҡобайыр, мөнәжәт, бәйет туплау. Экскурсия Түбәнге Яйыҡбай ауылынан башланып китте. Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов Баяс батыр тураһында бик ентекле, аңлайышлы итеп һөйләне. Артабан осрашыу мәҙәниәт йортонда дауам итте. Китапханала түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Тарихи урындар тураһында Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаева таныштырҙы. Әсмә Мырҙағәлина, Миңзифа Ниғмәтуллина, Фәрзәнә Мөхәмәтшина үҙҙәренең яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. "һаҡмар һандуғастары" ансамбле Фәрзәнә Мөхәмәтшинаның* Милли кейем"гә арнап сығарған таҡмаҡтары менән сығыш яһанылар. Гөлсирә Ғәббәсова башҡарған халыҡ йыры,Нурия Ғатауллинаның сеңләүе барыһының күңелдәренә хуш килде. Әсмә Мырҙәғәлинаның музейына ла сәйәхәт ҡылды студенттар. Ғөмүмән был файҙалы, иҫтә ҡалырлыҡ осрашыу йома сәйе менән тамамланды. Әллә күпме мәғлүмәттәр йыйып, йылы тәъҫораттар алып 2-се Этҡол ауылына юлландылар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас