

Әхмәр мәҙәниәт йортонда " Эремсек" байрамы булып үтте. Ул халҡыбыҙҙың милли аш-һыу йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәш быуынды ғөрөф-ғәҙәттәргә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолдо. Килендәр фольклор коллективының матур йырҙары, балаларҙың сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Ысынлап та, бөгөн күптәр тәбиғи ризыҡтарға, сәләмәт туҡланыуға өҫтөнлөк бирә. Шөкөр, өҫтәлдәрҙә хәҙер шифалы ҡымыҙ, талҡан, буҙа, ҡыҙыл эремсек һәм башҡа милли ризыҡтарыбыҙ ныҡлап урын ала башланы. Милли ризыҡтарға дан йырлаған был байрамда ла милли аштарҙың файҙаһы, үҙенсәлектәре, эшләү рецебы менән таныштылар, бик күп һорауҙарға яуап таптылар. Юҡҡамы ни, үҙ ереңдең ризығы – иң шифалыһы тимәйҙәр инде. Ошондай файҙалы милли ризыҡтарыбыҙға күберәк өҫтөнлөк бирһәк, күпләп ҡулланһаҡ, милләтебеҙ ҙә һау-сәләмәт булыр, йолаларыбыҙ ҙа онотолмаҫ ине.