Новости
27 Июнь , 07:30

Аҡ юл һеҙгә, балалар!

Район-ҡала мәктәптәренән 46 уҡыусы 11-се класты миҙалға тамамланы. Ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары! Һеҙ-беҙҙең райондың ғорурлығы һәм өмөтө. Белемегеҙ киләсәк ҡаҙаныштарығыҙ өсөн ныҡлы нигеҙ булһын.

Аҡ юл һеҙгә, балалар!Аҡ юл һеҙгә, балалар!
Аҡ юл һеҙгә, балалар!

Бына беҙҙең балаларҙың тормошонда мөһим этап тамамланды Бар имтихандар тапшырылды.  Быйыл 210 ун беренсе класс уҡыусыһы һәм 818 туғыҙынсы класс уҡыусыһы уҡыуын уңышлы тамамланы.

Беҙҙең айырыуса ғорурлығыбыҙ-быйылғы 46 миҙалсы! Был ҙур һан артында  балаларҙың ныҡышмалылығы, ата-әсәләрҙең ярҙамы һәм уҡытыусыларҙың оҫталығы тора. Һеҙҙең тырышлығығыҙ һәм белемгә ынтылышығыҙ юғары маҡтауға лайыҡ.

Ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары! Һеҙ-беҙҙең райондың ғорурлығы һәм өмөтө. Белемегеҙ киләсәк ҡаҙаныштарығыҙ өсөн ныҡлы нигеҙ булһын.

Аҡ юл һеҙгә, балалар!
Аҡ юл һеҙгә, балалар!
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас