

Республикала бензинға ҡытлыҡ юҡ һәм ниндәйҙер ажиотаж тыуҙырырға кәрәкмәй! Тап шулай тип хәбәр итте БР Сауҙа министрлығы.
Һуңғы көндәрҙә республикала, айырыуса Өфөлә, АЗС-тарҙа һыу буйы сираттарҙың булыуы күҙәтелә.Ябай тел менән әйткәндә, халыҡ, бензин бөтә, тип ҡаңғыра, шуға барыһы ла яғыулыҡ алып ҡалырға ашыға.Бер нисә йыл элек "конец света була" тип, магазиндарҙан күпләп аҙыҡ-түлек, хатта шәмдәрҙе һатып алып бөткәйнеләр.
Ысынлап та, бензинға бәйле хәл нисек икән? Ошоно күҙ уңында тотоп, бөгөн, 26 июндә, иртәнге 4.30 сәғәттә Баймаҡтағы Ленин урамындағы (машзавод эргәһендәге) АЗС-ҡа йүнәлдек.Тәбиғи, таң булғас, сират та юҡ. Кассир бензиндың етерлек булыуы, әммә халыҡтың был тәңгәлдә үҙе ажиотаж тыуҙырыуы тураһында белдерҙе.Сират барлыҡҡа килеүе сәбәпле, яғыулыҡ һатыу алыуға сикләү индерелгән - 30 литрҙан артыҡ бирмәйҙәр. "Бензовоздар ташып өлгөрмәй, шуға бер аҙ сикләү индерелде, ғәмәлдә иһә, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ", - тип аңлаттылар.
Тимәк, был тәңгәлдә ниндәйҙер ҡаңғырыҡ тыуҙырырға кәрәкмәйҙер.Тик ошо хәлде файҙаланып, бензин етештереүселәр хаҡты тағы ла күтәрмәҫ тимә...