Икенсе Этҡол ағинәйҙәре, китапхана, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә мәктәп янындағы "Арғымаҡ" ял лагерына йөрөүсе балалар өсөн "Миндек байрамы" үткәрелде. Сараны китапханасы Фәниә Зиннәт ҡыҙы алып барҙы. Урманбикә ролен Нәркәс Сабит ҡыҙы башҡарҙы. Уҡыусылар уның һорауҙарына, ҡойған йомаҡтарына әүҙем яуап бирҙеләр. Ағинәйҙәр миндектең төрҙәре, файҙаһы, уларҙы бәйләү, нисек һаҡлау тураһында һөйләнеләр. Сараның икенсе өлөшөндә балалар "Йәшерәм яулығым", " Аҡ тирәк, күк тирәк" һәм башҡа уйындарҙы уйнанылар. Миндек байрамынан уҡыусылар үҙҙәре өсөн бик күп файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдылар. Сара бергәләп фото төшөү менән тамамланды. Һауа торошоноң "көйһөҙөрәк" булыуы ла сараны ойоштороусыларҙың һәм унда ҡатнашыусыларҙың кәйефен боҙа алманы, барыһы ла күтәренке күңел менән таралды.