+17 °С
Облачно


Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссариаты бинаһы янында тантаналы шарттарҙа призывниктарҙы оҙаттылар. Был юлы 18 йәш кеше гражданлыҡ бурысын үтәргә юлланды: уларҙың 15 — е-Баймаҡ районынан, 3- Йылайыр районынан. Баймаҡ районы башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Нәҙерғолов йәш һалдаттарға кәңәштәрен бирҙе. Ул егеттәргә яҡшы хеҙмәт теләне һәм яҡташтарыбыҙҙың бер йылдан һуң ҡайтыуын көтәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хәрби комиссариат вәкилдәре, шулай уҡ туғандары һәм яҡындары ла егеттәргә ихлас теләктәрен еткерҙе. Яҡташтарыбыҙға хеҙмәт йылы һиҙҙермәй генә үтеүен, тоғро хеҙмәттәштәр һәм аҡыллы командирҙар менән бергә булыуын теләйбеҙ.