Икенсе Этҡол ауылының оло ихтирамға лайыҡ хөрмәтле ағинәйе, һуғыш осоро балаһы Яҡупова Фәхерниса Вәли ҡыҙы 90 йәшлек оло юбилейын билдәләне. Уны олпат ғүмер байрамы уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткереп, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Сәфәрғәле улы Иҙрисовтың Рәхмәт хатын, бүләген ауыл биләмәһе хеҙмәткәре Гөлсөм Заһит ҡыҙы тапшырҙы. Ауыл хакимиәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр исеменән бирелгән бүләктәрҙе лә юбилярыбыҙ оло рәхмәт менән ҡабул итте.
Фәхерниса Вәли ҡыҙына алдағы көндәрендә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, иман байлығы, тик шатлыҡлы көндәр, балаларының һәм ейән - ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, ҡәҙер - хөрмәттә оҙон - оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйбеҙ.
"Ағинәйҙәр"йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Сөләймәнова Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы.