+21 °С
Болотло


Әхмәр ауылының "Килендәр фольклор ансамбле:
- Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһына килен ҡаршыларға барҙыҡ. Сибай егете менән Бөрйән һылыуы сәстәрен сәскә бәйләне. Байрамдың күрке — "Килендәр" фольклор ансамбле ҡыҙҙарының ихлас күңелдән әйтелгән теләктәре, йыр-бейеүҙәре, моңло көйҙәре яңы ғаиләгә изге юл теләгәндәй булды. Бындай саралар беҙҙең милләтебеҙҙең йолаһын, ғөрөф-ғәҙәтен йәшәтә.
Йәштәргә иҫәнлек һаулыҡ һәм матур ғаилә тормошо теләйбеҙ. Бәхет юлығыҙ яҡты булһын!