Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Июнь , 04:05

Ғүмәр ағинәйҙәре ҡатыҡ тәмләтте

Магазиндан алынған йогурттар ситтә торһон! Ҡатыҡ тәмләп туйғас, балалар төрлө уйындар уйнап, түңәрәктә бейеп тә алды, бүләк алып  та ҡыуанды.

Ғүмәр ағинәйҙәре ҡатыҡ тәмләттеҒүмәр ағинәйҙәре ҡатыҡ тәмләтте
Ғүмәр ағинәйҙәре ҡатыҡ тәмләтте

Балдый апай, беҙгә кил,

Беҙгә кил дә уйнап көл.

Балғалағың көмөш булһын,

Сеүәтәң ҡатыҡҡа тулһын.

Беҙҙең халыҡ бик борон замандан уҡ һыйыр малын ҡулға эйәләштергән. Һыйыр һөтөн бик ҡәҙерләп һәм ҙурлап Аҡ тип йөрөткәндәр. Аҡ изге төҫ, паҡлыҡ төҫө. Һыйыр ағынан ҡатыҡ, ҡорот, ҡаймаҡ,май, эремсек, һөҙмә эшләгәндәр.Ҡатыҡты элек-электән башҡорт халҡының эсемлеге, дауалау сараһы итеп файҙаланғандар, үҙ-ара ҡатыҡ тәмләшергә йөрөгәндәр. Был байрамды яландар сәскәгә күмелеп, һыйырҙарҙың һөтө тәмләнгәс, үткәргәндәр. Был бер урам, төйәк ҡыҙҙары байрамы тип тә атағандар. Бөгөн Ғүмәр ауылында ҡатыҡ тәмләшеү йолаһын иҫкә төшөрөп, <Ҡатыҡ байрамы> үтте. <Ғүмәриә> төркөмө ағинәйҙәре балаларҙы ҡатыҡ тәмләшеү йолаһы менән таныштырҙылар. Уңған хужабикәләрҙең өҫтәлендә ҡатыҡтың ниндәйе генә юҡ: әсеһе, ҡаймаҡлы- шәкәрлеһе, төрлө еләк- емешлеһе ... Һәр ҡатыҡ үҙенсә тәмле ине! Магазиндан алынған йогурттар ситтә торһон! Ҡатыҡ тәмләп туйғас, балалар төрлө уйындар уйнап, түңәрәктә бейеп тә алдылар, бүләк алып та ҡыуандылар. Байрамдың бағымсыларына,ҡатнашыусыларына ҙур рәхмәт! Аҙаҡтан самауыр менән йома сәйен эсеп, ял итеп таралыштылар.

Ғүмәр ағинәйҙәре ҡатыҡ тәмләтте
Ғүмәр ағинәйҙәре ҡатыҡ тәмләтте
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас