Новости
19 Июня , 13:10

Юл фажиғәһендә ике медицина хеҙмәткәре һәләк булған

Башҡортостанда ашығыс ярҙам автомобиле ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды. Аварияла өс кешенең, шул иҫәптән ике медицина хеҙмәткәренең ғүмере өҙөлгән.

Юл фажиғәһендә ике медицина хеҙмәткәре һәләк булғанЮл фажиғәһендә ике медицина хеҙмәткәре һәләк булған
Юл фажиғәһендә ике медицина хеҙмәткәре һәләк булған

20 йәшлек пассажир пациент түгел, ә ашығыс ярҙам машинаһы водителенең ҡыҙы булып сыҡҡан. Атаһы уны Өфөнән өйөнә алып ҡайтып барған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген көйләү өсөн ваҡиға урынына Дыуан районы прокуроры Тимур Йәнбәков килгән. Күҙәтеү ведомствоһы авария сәбәптәрен асыҡлауҙы контролдә тота, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас