Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Июнь , 03:50

Һаҡмар йылғаһында 8 йәшлек бала батып үлгән

Ул йәйге каникулға килгән була

Ниғәмәт ауылында 2018 йылғы ҡыҙ батып үлгән. Ул йәйге каникулға килгән була. Балалар Һаҡмар йылғаһы буйына яңғыҙы китә. Уларҙың иң өлкәненә ни бары 11 йәш була. Йылға аша сығырға маташҡанда баланы көслө ағым алып китә.

Бөтә өлкәндәргә мөрәжәғәт итәбеҙ: мөмкин тиклем уяу һәм һаҡ булығыҙ! Һыу инеү миҙгеле башланды, әммә һыу хаталарҙы ғәфү итмәй. Бер ниндәй шарттарҙа ла балаларҙы һыу ятҡылыҡтары янында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Улар менән һөйләшегеҙ, хәүефте аңлатығыҙ, яңғыҙ ебәрмәгеҙ.

Бәләкәстең яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тыйылған урындарҙа һыу инеү хәүефле. Беҙҙең райондың бөтә һыу ятҡылыҡтарында һыу инеүҙе тыйыу тураһында махсус билдәләр һәм аншлагтар ҡуйылған. Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ. Был фажиғә ҡабатланмаһын өсөн барыһын да эшләгеҙ

Автор:
Читайте нас