Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Июнь , 12:15

Тай алғың киләме?

Төп приз - ТАЙ!!! Уны кем аласаҡ? Күргегеҙ, белгегеҙ килһә - рәхим итегеҙ! 2026 йылдың 27 июнендә барығыҙҙы ла Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы янында үтәсәк 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы 3-сө, 15-се полк яугирҙәре иҫтәлегенә арналған "Төньяҡ амурҙары" милли йәйәнән уҡ атыу турнирына саҡырабыҙ!

Төп приз - ТАЙ!!! Уны кем аласаҡ? Күргегеҙ, белгегеҙ килһә - рәхим итегеҙ!
2026 йылдың 27 июнендә барығыҙҙы ла Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы янында үтәсәк 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы 3-сө, 15-се полк яугирҙәре иҫтәлегенә арналған "Төньяҡ амурҙары" милли йәйәнән уҡ атыу турнирына саҡырабыҙ.
 Был көндө ике ярыш буласаҡ- Төньяҡ амурҙары һәм Мәргән кубогы.
1. Төньяҡ амурҙары: 5 этап квалификация - Һөжүм, Тереһыу, Һыбайлы, Йәйләү атышы, Көмбәҙ (60.70 метр) ; финал - 40 метр, супер финал - еңеүсегә ТАЙ.

2. Мәргән кубогы - 93 метр - 1812 йылғы Ватан Һуғышынан еңеү менән ҡайтып килеүсе башҡорт яугиренең Шварцтағы Изге Лауренция сиркәүе шпилендәге уғын символлаштырған махсус сәпкә атыу буйынса абсолют еңеүсене билдәләү өсөн ойошторолған ярыштың 1-се этабы. Турнир 5 этаптан тора, еңеүсе 3 иң яҡшы һөҙөмтә буйынса йыйылған мәрәйҙәр суммаһы менән билдәләнә. Ҡатнашыусының кәмендә 3 этапта ҡатнашыуы мотлаҡ.
 Ятып ҡалғансы- атып ҡал!!!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас