Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Июнь , 09:30

Медиайыйында Баймаҡ журналисы почетлы билдәгә лайыҡ булды

"Һаҡмар" гәзите журналисы Азамат Салауат улы Мөхәмәтшинды ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Коллегабыҙға Рәсәй журналистар Союзы секретары Роман Серебряный Рәсәй журналистар Союзының "Ҡаҙаныштар өсөн" почетлы билдәһен тапшырҙы. Афарин!

Медиайыйында Баймаҡ журналисы почетлы билдәгә лайыҡ булдыМедиайыйында Баймаҡ журналисы почетлы билдәгә лайыҡ булды
Медиайыйында Баймаҡ журналисы почетлы билдәгә лайыҡ булды

Башҡортостанда бишенсе тапҡыр ойошторолған «Медиайыйын» «Барыһы ла еңеү өсөн» девизы аҫтында үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән журналистарҙы телгә алып, уларҙың хеҙмәтен юғары баһаланы. Рәсәйҙә хәрби хәбәрселәр статусы тәү башлап беҙҙең республикала индерелде. Ҡәләм тирбәтеүселәр, телевидение журналистары хәрби яңылыҡтарҙы яҡтыртыуҙан тыш үҙҙәре лә ҡорал алып алғы һыҙыҡҡа юлланған осраҡтар байтаҡ. Хәбәрселәр Айнур Кәбиров, Аҙат Саҙрыев, Илдар Байбулатов даими алғы һыҙыҡта командировкаларҙа булып хәрби яңылыҡтарҙы еткерә.

Медиайыйында көнүҙәк һорауҙар буйынса эшлекле секциялар ойошторолдо. Уларҙа журналистар тармаҡ үҫеше менән бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Медиа өлкәғә йәш кадрҙар йәлеп итеү, фейк һәм ялған мәғлүмәткә ҡаршы көрәш, традицион ҡиммәттәрҙе һәм милли телдәрҙе һаҡлау, көнүҙәк мәғлүмәтте объектив еткереү кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды. Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәк журналистика тарихы үҫешенә бағышланған күргәҙмә менән танышты.

Медиайыйын барышында фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән журналистар ҙа билдәләнде. Улар араһында "Һаҡмар" гәзитенең бүлек мөдире Азамат Мөхәмәтшин да бар. Коллегабыҙға Рәсәй журналистар Союзы секретары Роман Серебряный Рәсәй журналистар Союзының "Ҡаҙаныштар өсөн" почетлы билдәһен тапшырҙы. Афарин! Ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас