Баймаҡ район суды урындағы пенсионер ҡатынға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 158.1-се статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы (быға тиклем административ язаға дусар ителгән кеше тарафынан ваҡ урлау).
Суд билдәләүенсә, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе ғәйепләнеүсе РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 7.27-се статьяһы буйынса ике тапҡыр административ язаға тарттырылған. Ҡатын магазиндарҙан спиртлы эсемлектәр урлап йөрөй.
Ул был хоҡуҡ боҙоуын тағы ҡабатлай. Баймаҡ ҡалаһының “Пятерочка” магазинынан һәр береһе 0,5 литрлыҡ булған өс шешә араҡы урлай. Был ҡылығы менән магазинға 1170 һумлыҡ зыян килтерә.
Судта пенсионер ҡатын был енәйәте өсөн ғәфү үтенде һәм башҡаса бындай юлға баҫмаясағын белдерҙе. Суд ҡатындың сауҙа предприятиеһына булған зыянды ҡаплауын иҫәпкә алып, уға урындағы үҙидара органдарының енәйәт-башҡарыу инспекцияһы менән килешеп билдәләнгән урындарҙа 70 сәғәткә мәжбүри-мотлаҡ эш рәүешендә яза тәғәйенләне.