+21 °С
Болотло
Әбделкәрим ауыл биләмәһенең Ҡыуат ауылы быйыл "Сәләмәт ауыл-2026" конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм был юҫыҡта әле маҡсатлы эш алып барыла. Ҡыуаттар ауылды төҙөкләндереү, зыяратты кәртәләп алыу, обелисктарҙы ремонтлау буйынса эште әүҙем башлап ебәрҙе лә инде. Бөгөн Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, Әбделкәрим ауыл биләмәһе етәкселеге, ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ ҡатнашҡан йыйылышта атҡарыласаҡ эш планы уртаға һалып тикшерелде.
Ҡыуаттар бер үк ваҡытта "Һаҡмар"ға дәррәү яҙылып, ауыл биләмәһе әҙерләгән бүләктәрҙе отоп ҡыуанды. "Беҙ "Сәләмәт ауыл-2026" конкурсында еңергә тейешбеҙ!" - ҡыуаттар үҙ алдына бына ошондай маҡсат ҡуя.