Новости
14 Июня , 12:35

Әхмәрҙәр йола күрһәтте

"Килендәр" фольклор ансамбле Иҫәнбәт ауылында килен һөйөү йолаһын күрһәтте

Әхмәрҙәр йола күрһәттеӘхмәрҙәр йола күрһәтте
Әхмәрҙәр йола күрһәтте

Саҡырыуҙарын ихлас ҡабул итеп, бөгөн Иҫәнбәт ауылына барып туй ҡаршылап, килен һөйөп ҡайттыҡ. Байрамдың күрке — "Килендәр" фольклор ҡыҙҙарының ихлас күңелдән әйтелгән теләктәре, йыр-бейеүҙәре, моңло көйҙәре яңы ғаиләгә изге юл теләгәндәй булды. Хатта беҙҙең йырлағанға килендә түҙмәне, матур итеп бейептә күрһәтте. Бындай саралар беҙҙең милләтебеҙҙең йолаһын, ғөрөф-ғәҙәтен йәшәтә. Иҫәнбәт халҡы ҡунаҡсыл халыҡ икәнен белә инек инде, шул тиклем йылы ҡабул иттеләр. Йәштәргә иҫәнлек һаулыҡ һәм матур ғаилә тормошо теләйбеҙ. Бәхет юлығыҙ яҡты булһын!

Әхмәрҙәр йола күрһәтте
Әхмәрҙәр йола күрһәтте
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас