

Беренсе Этҡол урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы,Ғәҙелбай ауылы егете Йортбәков Рәсих Рәсүл улы үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән юғары исемгә лайыҡ булды! Рәсих Рәсүл улы тәрбиәләгән егеттәр әрме сафында ла, тормошта ла һынатмай,айыҡ һәм сәләмәт тормош алып бара. Ниндәй генә ярыш булмаһын, уҡыусылары һәр ваҡыт призлы урынды яулайҙар.Ғәҙелбай ауылында төпләнеп,ҡатыны Гөлсинә Рауил ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Динис һәм Инйәр юғары уҡыу йорттарында белем алалар.Ә ҡыҙҙары Нәргизә быйыл 11-се класҡа уҡырға бара.Гөлсинә Рауил ҡыҙы ла Беренсе Этҡол мәктәбендә эшләй, башланғыс кластар уҡытыусыһы.Улар ауылда үткән һәр сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.Тыуған төйәгенең ысын патриоттары улар. Рәсих Рәсүл улын ҡотлап, артабан да емешле хеҙмәт теләп ҡалабыҙ!