Республика Башлығы үҙ сығышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡты модернизациялау дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – ул етди мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алған ҡатмарлы тармаҡ. Хәл итмәйбеҙ икән, улар арта бара, – тине Радий Хәбиров. – Республиканың идара итеү командаһына ошо маҡсатта федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү буйынса әүҙемерәк эшләргә йүнәлеш бирәм. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә төбәк торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә, шул иҫәптән инженер селтәрҙәрен модернизациялауға ярайһы күп ресурстар ала.
Төбәк етәксеһе күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау темаһына айырым туҡталды.
– 2026 йылда был өлкәгә 8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Бөтә эштәр ҙә сифатлы башҡарылырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. – Йорт буйынса яуаплыларға мөрәжәғәт итәм: документта ремонт тейешле рәүештә башҡарылыуын раҫлаған ҡултамғағыҙ булған осраҡта ғына, эш ҡабул ителгән, тип иҫәпләнә. Был бик мөһим.
Радий Хәбиров республикала йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү менән планлы шөғөлләнеүҙәрен билдәләне.
– Беҙ федераль һәм республика программаларын уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Һәм, биләмәләрҙе үҫтереү һәм халыҡ өсөн уңайлы мөхит булдырыу маҡсатында, бөтә бүленгән аҡсаны муниципалитеттарға йүнәлтәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Мәҫәлән, «Башҡорт ихаталары» проекты ярҙамында 1,5 мең ихатаны тәртипкә килтерҙек. Бер нисә йыл элек төҙөкләндерелгән объекттар өҫтәмә иғтибар талап итә. Шуға күрә 2026 йылда уларҙы ремонтлауға һәм тәртиптә тотоуға 100 миллион һум йүнәлтергә иҫәп тотабыҙ.
Муниципалитет етәкселәре квартал һайын халыҡ менән осрашырға һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереү, ҡарау һәм идара итеүсе компанияларҙың эше тураһында фекер алышырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
– Бик ҡатмарлы ваҡытта йәшәүебеҙҙе аңларға кәрәк. Ҡайһы саҡ үтәү сроктарын бер аҙ һуңғараҡҡа күсерергә тура килгән объекттар бар. Әммә беҙ бер ҡасан да үҙебеҙҙең эшләп еткермәүебеҙҙе башҡа сәбәптәр менән аҡламайбыҙ. Һәр ваҡыт объектив хәлде аңлау мөһим, – тип өҫтәне төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров күп фатирлы йорттар советтары рәйестәренә һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм иң әүҙемдәргә Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
– Был эшкә көстө ҡайҙан табаһығыҙҙыр, әйтә алмайым. Күп осраҡта был йәмәғәт йөкләмәһе, ләкин тап һеҙҙең принципиаллегегеҙ һөҙөмтәһендә күп мәсьәләләр хәл ителә, – тине республика Башлығы.
***
Артабан форумда ҡатнашыусылар күп фатирлы йорттарҙың энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм халыҡты дөйөм милек менән идара итеүгә йәлеп итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Йорт Дәүләт хеҙмәттәре» («Госуслуги Дом») ҡушымтаһы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт хеҙмәте систмаһы (ГИС ЖКХ) аша халыҡҡа милекселәр йыйылышының өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәтте әүҙемерәк еткереү мөһим. Төбәк етәксеһе шулай уҡ күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре өсөн белем биреү проекттарына ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Бынан тыш, ултырышта ҡыйыҡлы ҡаҙанлыҡтар һәм шәхси йылылыҡ пункттары менән йыһазландырылған йорттарҙы ремонтлауҙы финанслау темаһы күтәрелде. Был һорау буйынса өҫтәмә эшләргә кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Бындай системаларҙың етди өҫтөнлөктәре бар, әммә, ваҡыт үтеү менән, ҡорамалдарҙы яңыртырға һәм алмаштырырға кәрәк була. Шуға күрә был эштәргә аҡса туплау механизмын алдан уйлау мөһим. Кешеләр киләсәктә ниндәй сығымдар мөмкин булыуын һәм уларға нисек әҙерләнергә кәрәклекте аңларға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Форумда ҡатнашыусылар торлаҡ секторында янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен дә тикшерҙе.
– Янғын тураһында хәбәр итеүсе автономлы ҡоролмалар ҡуйыу иң һөҙөмтәле ҡарарҙарҙың береһе булып ҡала. Һуңғы йылдарҙа улар күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, республика һәр төрлө ваҡиғаларға оператив яуап биреү өсөн ашығыс хеҙмәттәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүлә.
Фекер алышыуҙың тағы бер темаһы – күп фатирлы йорттарҙы йылытыу миҙгеленә әҙерләү. Радий Хәбиров торлаҡ хужаларын башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеүгә әүҙем йәлеп итеү буйынса башланғысты хупланы. Төбәк етәксеһе профилле ведомстволарға милекселәр вәкилдәренең был процедурала ҡатнашыу механизмын булдырырға һәм талап ителгән осраҡтарҙа муниципалитеттарға ойоштороу эштәрендә ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы ҡыйыҡтарын ремонтлау талап ителгән күп фатирлы йорттарға ярҙам итеүҙең мөһимлеген билдәләне.
– Киләһе йылға бюджетты формалаштырғанда был эштәргә 100 миллион һум самаһы аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тоторға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
2026 йылдың апрелендә пилотһыҙ аппарат һөжүменән зыян күргән йортто тергеҙеү тураһында һөйләгәндә, республика Башлығы Өфө хакимиәтенә һәм профилле хеҙмәттәргә объектты тергеҙеү сараларының план-графигын тәҡдим итергә ҡушты.
– Алдағы оператив кәңәшмәлә халыҡ менән килешелгән эш графигын күрһәтеүегеҙҙе һорайым – ҡасан башлайҙар, ниндәй этаптар һәм башҡарыу сроктары. Был графикты контролгә алабыҙ һәм уны планлы рәүештә үтәйәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
***
Ултырышҡа йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларға йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт белдерҙе һәм власть органдарының, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың, идара итеүсе компанияларҙың һәм халыҡтың үҙ-ара даими эш итеүенең мөһимлеген билдәләне.
– Теләгәнсә тиҙ хәл ителмәгән осраҡтар ҙа була, шул иҫәптән оҙайлы процедуралар һәм башҡа объектив сәбәптәр арҡаһында. Әммә беҙҙең команда һөҙөмтәгә йүнәлеш ала – әгәр халыҡҡа нимәлер вәғәҙә итәбеҙ икән, быны эшләргә кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы. – Коммуналь комплексты үҫтереү һәм йәшәүҙе тәьмин итеүсе системалар буйынса эште дауам итәбеҙ. Республика был маҡсаттарға артабан да кәрәк булған тиклем средстволар йүнәлтәсәк.
***
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе иң ҡатмарлыларҙың береһе булып ҡала һәм кешеләрҙең йәшәү сифатына туранан-тура йоғонто яһай, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта күп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә йорт советтары рәйестәре, подъездар буйынса яуаплылар һәм йәмәғәт әүҙемселәре мөһим роль уйнай.
– Торлаҡ-хужалыҡ комплексында төп күрһәткес – ялыуҙарҙың булмауы. Әгәр барыһы ла тыныс эшләй икән, тимәк система үҙ бурыстарын үтәй. Әммә был өлкәлә һорауҙар һәр ваҡыт күп, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә үҙ теләге буйынса йәшәгән йорттарының эштәре менән шөғөлләнгән, тәртип һәм күршеләре өсөн уңайлы шарттар булдырырға ынтылған йәмәғәтселәрҙең эше айырыуса мөһим. Был йыш ҡына бик киҫкен темалар күтәреүсе битараф булмаған кешеләр. Шуға күрә муниципалитет башлыҡтарына улар менән даими осрашырға, булған проблемаларҙы тикшерергә һәм хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк.