Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Июня , 05:45

Үрге Яйыҡбай халҡы һәр яҡтан әүҙем

Махсус хәрби операция башланғандан алып  Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы яугирҙәребеҙгә һәр яҡлап ярҙам итә. Ауылдаштар, яҡташтар матди ярҙам күрһәтә, уларҙың ярҙамдары менән ағинәйҙәр маскировка сеткаларын үрә

Үрге Яйыҡбай халҡы һәр яҡтан әүҙемҮрге Яйыҡбай халҡы һәр яҡтан әүҙем
Үрге Яйыҡбай халҡы һәр яҡтан әүҙем

Махсус хәрби операция башланғандан бирле Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы яугирҙәребеҙгә һәр яҡлап ярҙам итә.Ауылдаштар, яҡташтар матди ярҙам күрһәтә, уларҙың ярҙамдары менән ағинәйҙәр бөгөн 67- се масксетканы үреп әҙерләнеләр. "Акташ" магазиненә , Нәзифә Ишбулды ҡыҙының, "Изгелек ҡумтаһы"на ауылдаштар яугирҙәребеҙгә кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлектәр һалды. Посылка әҙерләүҙә,ошо изге эшебеҙҙә ярҙам итеүсе Рыскужин Әсфәргә, Файзуллина Нәйләгә, Шарапова Әсмәгә,Рахманғолов Димгә, Рәсүлев Фәнилгә,Танһыҡҡужина Гәлиәгә,Мунасипова Гөлнәзирәгә, Рахматуллина Рәмиләгә, Ильясова Венераға, Муфазалова Мәүлиҙәгә, Дәүләтова Әминәгә, Мәжитова Зөлфирәгә, Мусина Гәлимәгә, Ягудина Гөлсинәгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Гел шулай бергә-берҙәм булайыҡтар! Һеҙҙең ярҙамдарығыҙ яугирҙәребеҙгә көс һәм дәрт өҫтәһен, еңеүҙе яҡынайтһын. Илебеҙгә тыныслыҡ килһен Аллаһ бирһә!

Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәр, ирекмәндәр етәксеһе Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы.

Үрге Яйыҡбай халҡы һәр яҡтан әүҙем
Үрге Яйыҡбай халҡы һәр яҡтан әүҙем
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас