

Аллаһҡа шөкөр, 6 июнь көнө, Күгиҙел ауылында тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға булды! Илсур Бикйән улы менән Лилиә Сәхи ҡыҙының кесе улдары Илһам Әбйәлил һылыуы Регинаны кәләш итеп алып, йәнә ҡайны менән ҡәйнә булдылар.
Күгиҙел ауылы ағинәйҙәре һәр ваҡыттағыса,ҡоҙаларҙы йола буйынса, матур итеп ҡаршылап, Регина киленгә һыу юлы күрһәттеләр, бик күп изге, киләсәк тормоштарында кәрәк буласаҡ матур теләктәрен еткерҙеләр.
Йәштәребеҙ әлегеләй матур, шат, сәләмәт булып, татыу, бәхетле булһындар.Ҡайны, ҡәйнәләренә оҡшап, тырыш та булһындар, бәрәкәтле, етеш донъя ҡорһондар.
Йырҙа әйтелгәнсә,
Йылҡылары ҡолонлап,
Яландарҙы тултырһын.
Ырыу - ырыу балалары
Ауыл - ауыл ултырһын.
Әмин. Шулай булһын. Хәйерле булһын.
Күгиҙел ауылы ағинәйҙәре етәксеһе М. Ғ. Рәхмәтуллина.