

1-се Төркмән ауылы халҡы МХО зонаһына ылау әҙерләп ебәрҙе. Ҡорбан боғаҙлатыусы Ҡужина Алсу Рамил ҡыҙы һәм уның ғаиләһенә Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итһен, уйлаған ниәттәре тормошҡа ашһын. Сөсө икмәк, бауырһаҡ, сәк-сәк бешереүсе, беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәре менән тәьмин итеүсе апай-инәйҙәргә: Әхмәтова Рәсимә, Айытбаева Гөлнур, Ҡотлоғолова Зөлфирә, Ильясова Мөслимә, Талипова Зифа, Атанғолова Дилара, Ҡужина Таңһылыу, Ҡужина Дилә, Исламғолова Ғәлимә, Ласынова Ишбикә, Исламғолова Минзәлә, Мөбәрәкова Нәзимә апайҙарға. Шулай уҡ берҙәм генә ҡушылыусы мәктәп коллективына, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә. Ир-егеттәрҙән Өмөтбаев Сәғит, Гайсин Марат, Рәсүлев Ишдәүләт, Ласынов Рәшит, Ахметов Азатҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Шулай итеп, күмәк көс менән, һынаулы ғына ваҡыт эсендә ҙур ылау әҙерләнде. Ул яугирҙәребеҙҙең мәнфәғәтенә насип булһын. Йорт-илдәр тынысланып, ир-егеттәр имен-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар, барыбыҙ ҙа һау сәләмәт булайыҡ!" - тип хәбәр итте төркмәндәр.