Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Июнь , 10:55

"Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы" конкурсы иғлан ителде

Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы “Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы” исемле конкурс иғлан итә. . Еңеүселәр бәләкәй, урта һәм ҙур ауылдар категорияһында билдәләнә. Конкурсҡа 2027 йыл башында үткәреләсәк район Ҡоролтайында йомғаҡ яһала. Еңеүселәр район хакимиәтенең дипломдары һәм аҡсалата сертификаттары менән бүләкләнә.

"Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы" конкурсы иғлан ителде"Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы" конкурсы иғлан ителде
"Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы" конкурсы иғлан ителде

Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы “Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы” исемле конкурс иғлан итә.
1. Конкурстың маҡсаты:
-ауылда йәшәү шарттарын яҡшыртыу, уны төҙөкләндереү;
-райондың ауыл биләмәләрендә урындағы үҙидараны үҫтереү, унда йәшәүселәрҙең урындағы мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуға әүҙем йәлеп итеү;
-тыуған төйәккә, ауылға һөйөү уятыу, тәбиғәтте һаҡлауға һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу;
-граждандарҙың әүҙемлеген күтәреү, уларҙың инициативаларын хуплау һәм бөтөн яҡлап та ярҙам күрһәтеү;
-ауылдар халҡының традиция һәм йолаларын һаҡлау һәм яҡлауға булышлыҡ итеү.
2. Конкурстың бурыстары:
-ауылдарҙағы дөйөм файҙаланыуҙағы объекттарҙы һәм ял итеү урындарын, балаларҙың уйын һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереүҙә, йорттарҙы, биналарҙы, улар биләмәһен таҙа һәм тәртиптә тотоуҙа халыҡтың әүҙемлеген күтәреү;
-кешеләрҙә ауылдарҙағы урам биләмәләренә һәм төҙөкләндереү элементтарына, һәйкәлдәргә, башҡа ҡоролмаларға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
-бәйгенең маҡсатына һәм бурыстарына ярашлы эш алып барған иң яҡшы ауыл биләмәләрен асыҡлап, алдынғы тәжрибәне башҡа төбәктәргә таратыу.
3. Ҡатнашыусыларҙың эштәре түбәндәге критерийҙарға ҡарап баһалана:
-ауылдың төҙөклөгө (бында урамдарҙың, йорттарҙың, йорт яны ҡаралтыларының төҙөк һәм таҙа булыуы күҙ уңында тотола);
-буш һәм емерек хәлдә ултырған өйҙәрҙе һүтеп алыуға иғтибарҙы арттырыу;
-йорт алдарында техниканың (ауыл хужалығы машиналарының) ултырыуына, утын өйөлөүенә юл ҡуймау;
-һыу (шишмә, ҡоҙоҡ) объекттарының тәртиптә булыуы (улар таҙалыҡта тотолорға, кәртәләп алынырға, исемдәре яҙылған табличкалар булырға тейеш);
-тәбиғәт, архитектура ҡомартҡыларының тәрбиәле булыуы;
-урамдарҙы һәм майҙансыҡтарҙы яҡтыртыуҙың тейешле кимәлдә булыуы;
-ауылдарҙа мал (һыйыр, йылҡы, һарыҡ-кәзә) көтөүҙе яйға һалыу”
-зыяраттарҙы кәртәләү, уларҙы даими тәртиптә тотоу;
-төҙөкләндереү эштәрендә халыҡтың ҡатнашыу кимәле;
-Ҡоролтай, ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Ағинәйҙәр” ойошмаларының ауылдың йәмәғәт эштәрендәге роле;
-2026 йылда халыҡ ҡатнашлығында мәҙәни, спорт саралары ойоштороу.
4. Үткәреү ваҡыты һәм шарттары
Конкурс 2026 йылдың 10 июненән алып 30 декабргә тиклем үткәрелә. Бәйгелә ҡатнашыусы ауыл биләмәләре заявка ебәрергә бурыслы. Йыл дауамында ауылдарҙа төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәр социаль селтәрҙәрҙә даими яҡтыртылып барылырға тейеш. Ауылдарҙың ҡыҫҡаса тарихын, бөгөнгө һулышын, атҡарылған эштәрҙе һүрәтләгән махсус альбом (фотолар менән) эшләү мотлаҡ.
Ярышҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү
Бәйгегә Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәренән төҙөлгән махсус комиссия йомғаҡ яһай. Еңеүселәр бәләкәй, урта һәм ҙур ауылдар категорияһында билдәләнә. Конкурсҡа 2027 йыл башында үткәреләсәк район Ҡоролтайында йомғаҡ яһала. Еңеүселәр район хакимиәтенең дипломдары һәм аҡсалата сертификаттары менән бүләкләнә.
Ойоштороу комитеты.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас